+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Август 2019, 23:17

Һөнәри оҫталыҡ чемпионатында

Билдәле булыуынса, әле Ҡазанда WorldSkills стандарттарына ярашлы һөнәри оҫталыҡ буйынса 45-се донъя чемпионаты бара. Сара “Мәғариф” милли проекты бурыстары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.

Билдәле булыуынса, әле Ҡазанда WorldSkills стандарттарына ярашлы һөнәри оҫталыҡ буйынса 45-се донъя чемпионаты бара. Сара “Мәғариф” милли проекты бурыстары нигеҙендә тормошҡа ашырыла.


Республикабыҙҙа төрлө тармаҡтар буйынса һөнәри оҫталыҡты үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә башланы. Төбәк етәксеһе Радий Хәбиров үҙ сығыштарында белдереүенсә, һәр өлкәлә профессионалдар эшләргә тейеш.


Ҡазанда үткән чемпионатты тантаналы асыуҙа Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров та ҡатнашты. Сара алдынан етәксе һөнәри үҫешкә булышлыҡ ҡылыу йәһәтенән төрлө тәжрибә өлгөләре менән танышты. Мәҫәлән, “ИТ-парк” юғары технологиялар өлкәһендәге технопарк” дәүләт автономиялы учреждениеһы майҙансығында стартап-проекттарға, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары тармағы компанияларына ярҙам инфраструктураһын ҡараны. Парк базаһында өҫтәмә һөнәри белем биреү буйынса ИТ-Академия эшләй. Унда мәктәп уҡыусылары өсөн дә үҫтереү программалары тормошҡа ашырыла.


Чемпионатта быйыл 63 илдән 1300-ҙән ашыу белгес ҡатнаша. Улар алты блокка берләштерелгән 56 компетенция буйынса ярыша: төҙөлөш тармағы, мәғлүмәт һәм коммуникация технологиялары, ижад һәм дизайн, сәнәғәт етештереүе, хеҙмәтләндереү өлкәһе, транспортты хеҙмәтләндереү.


Рәсәйҙең милли йыйылма командаһы составында Башҡортостан вәкиле лә бар. Ул – Сибай күп профилле һөнәри колледжы студенты Илмир Сәйетбатталов. Йәш оҫта үҙ маһирлығын “Ташты архитектур эшкәртеү” йүнәлешендә күрһәтә. Донъя чемпионаты 27 авгусҡа тиклем бара.
#нацпроекты

Читайте нас: