Рәсәй Президенты Владимир Путин ҡайһы бер рәсәйлеләргә алдараҡ хаҡлы ялға китеү мөмкинлеген бирергә тәҡдим итте.
Был ер аҫтында эшләүселәргә ҡағыла. Ил етәксеһе әйтеүенсә, таусыларға медицина тикшереүе, йыл һайын диспансерлаштырыу уҙғарыу системаһын камиллаштырырға кәрәк.
Путин Хөкүмәткә был мәсьәләләрҙе ағымдағы йылда хәл итергә ҡушты, тип яҙыла Кремль сайтында.