+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Август 2019, 22:46

Жуковскийҙа сағыу тамаша көтөлә

Рәсәй Президенты Владимир Путин “МАКС-2019” халыҡ-ара авиация-йыһан салонын ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе, тиелә Кремлдең сайтында.

Рәсәй Президенты Владимир Путин “МАКС-2019” халыҡ-ара авиация-йыһан салонын ойоштороусыларға, унда ҡатнашыусыларға сәләмләү телеграммаһы ебәрҙе, тиелә Кремлдең сайтында.


“МАКС-2019” салонында Рәсәйҙең авиация-йыһан сәнәғәтенең ышаныслы үҫеше, заманса технологияларҙың ғәмәлгә индерелеүе асыҡ сағыла”, – тиелә телеграммала. Дәүләт башлығының фекеренсә, “МАКС” – авиацияны үҙ итеүселәр өсөн һәр саҡ көтөп алынған оло ваҡиға һәм онотолмаҫ байрам ул.


“МАКС-2019” авиасалоны уңышлы үтер, сит ил партнерҙары менән бәйләнеште нығытыуға, перспективалы ҙур проекттарҙы тормошҡа ашырыуға булышлыҡ итер”, – тигән ышаныс белдерә Президент һәм унда ҡатнашыусыларға изге теләктәрен еткерә.


Мәғлүм булыуынса, Рәсәй Президенты Владимир Путин һәм Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоган 27 августа Мәскәү янындағы Жуковский ҡалаһында асыласаҡ ХIV “МАКС-2019” халыҡ-ара авиация-йыһан салонына барасаҡ.

#ВладимирПутин
Читайте нас: