+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Август 2019, 22:50

Путин Һарытауға килде

Рәсәй Президенты Владимир Путин Һарытауҙағы яңы Гагарин аэропорты инфраструктураһы менән танышты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин Һарытауҙағы яңы Гагарин аэропорты инфраструктураһы менән танышты.


Дәүләт башлығы менән Һарытауға шулай уҡ “Ренова” компаниялар төркөмөнөң Директорҙар советы рәйесе Виктор Вексельберг һәм “Төбәк аэропорттары” идарасы компанияһының генераль директоры Евгений Чудновский килде. Президентҡа Рәсәй рейстарын ҡабул итеү, эске рейстарҙың осош залдарын, пассажирҙарҙы теркәү зонаһын, осошҡа тиклем тикшереү секторын күрһәттеләр.

“Минеңсә, ҡалаға бик шәп буләк булған”, – тине Владимир Путин.


Билдәле булыуынса, 18 августа яңы Гагарин аэропорты “Победа” авиакомпанияһының тәүге тест рейсын ҡабул иткәйне. 20 августа иһә ул штат тәртибендә рейстарҙы даими ҡабул итә башланы. Ҡалалағы иҫке Үҙәк аэропорт ябылды.
#ВладимирПутин

Читайте нас: