Ил етәксеһенең матбуғат секретары Дмитрий Песков әйтеүенсә, Кремлдә Рәсәй Президенты Владимир Путиндың МАКС авиасалонында бер үк һатыусынан ике тапҡыр туңдырма һатып алыуында бер ниндәй ҙә сәйерлек күрмәйҙәр.
Мәғлүм булыуынса, 27 августа Владимир Путин МАКС-ҡа барғанда туңдырма һатып алған. Ошо уҡ һатыусынан татлы ризыҡты уның 2017 йылда ла алыуы асыҡлана. Ул саҡта Президент менән бергә “Ростех” башлығы Сергей Чемезов һәм башҡа чиновниктар килгән була. Әле иһә Владимир Путин туңдырма менән Төркиә Президенты Рәжәп Эрдоганды һыйлаған. Рәсәй Президенты тәмлекәс өсөн биш мең һум түләгән, ә ҡайтарымды сәнәғәт һәм сауҙа министры Денис Мантуровҡа “авиацияны үҫтереүгә” биреүҙе һораған.