+2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
30 Август 2019, 23:36

Предприятиелар үҫешәсәк

Билдәле булыуынса, республикала был милли проект ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә ҙур иғтибар бүленә.

Билдәле булыуынса, республикала был милли проект ҡуйған бурыстарҙы үтәүгә ҙур иғтибар бүленә. Мәҫәлән, уға ярашлы 2024 йылға тиклем сеймал булмаған тармаҡтарҙа хеҙмәт етештереүсәнлеген утыҙ процентҡа арттырыу талабы ҡуйылды. Республиканың иҡтисади үҫеш министрлығында әйтеүҙәренсә, был проектҡа федераль үҙәктән 112,5 миллион һум бүленәсәк. Унда 196 предприятие ҡатнаша, 50-һе – быйыл уҡ.


“Хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреү тураһында һөйләгәндә, күптәр үҙҙәрен күберәк эшләргә мәжбүр итәсәктәр, аҙаҡ ҡыҫҡартасаҡтар тип уйлай. Улай түгел. Асылда, хеҙмәт етештереүсәнлеген күтәреүҙең маҡсаты – кешеләрҙе кәрәкмәгән эштәрҙән азат итеү. Берәү ҙә эшселәрҙе ҡыҫҡартырға йыйынмай. Киреһенсә, предприятиелар үҫеш аласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров үҙенең сығышында. Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре буйынса үткән сираттағы тренингта республиканың хеҙмәт етештереүе тармағындағы төбәк компетенциялар үҙәге белгестәре милли проектта ҡатнашҡан “Лайнер” предприятиеһы эш төркөмө менән осрашты. Улар милли проекттың маҡсаттары, бурыстары, төп этаптары, тормошҡа ашырылыу ваҡыты тураһында һөйләне, “Һаҡсыл етештереү нигеҙҙәре” тигән темаға тренинг уҙғарҙы, предприятие хеҙмәткәрҙәрен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап бирҙе.


“Лайнер”ҙа был дәрестә өйрәнгән төп алымдарҙы тиҙҙән ҡуллана башлаясаҡтар. Етештереү системаһын заманса үҙгәртеү предприятиеға иҡтисад баҙарында конкурентлыҡты арттырыу мөмкинлеген бирәсәк.
#нацпроекты
Читайте нас: