Рәсәй Президенты был арала субъекттары етәкселәре менән күп осрашты. Йәғни, дөрөҫөрәге, күп башлыҡты, губернаторҙы ҡабул итте.
Тәүҙә бер нисә аҙна элек бында асылған мәсет тураһында һөйләштеләр. Беҙ Путиндың ҡотлауы хаҡында хәбәр иткәйнек. Баҡһаң, Шалиҙағы иман йорто Европала иң ҙуры икән, ысынлап та. Рамзан әфәнде, донъяла иң матур мәсет был, тип тә ебәрҙе әле. Уға яуап итеп, Президент, донъяла иң матур - Питерҙа, тине.