-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
2 Сентябрь 2019, 23:17

Яңы мәктәптәр асыла

“Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифаты менән бергә уҡытыу шарттарын да хәстәрләй.

“Мәғариф” милли проекты белем биреүҙең сифаты менән бергә уҡытыу шарттарын да хәстәрләй.


“Һәр урында үҫештең төп нигеҙе – уңайлылыҡ. Мәғариф тармағында ла был мөһим. Беҙҙең уҡыусылар өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылһа, мәктәп матур, төҙөк, заманса булһа, улар, һис шикһеҙ, тырышып белем аласаҡ. Уҡытыусылар ҙа уңышлы хеҙмәткә ынтыласаҡ”, – тине Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Өфөлә педагогик йәмәғәтселек менән осрашыуҙа. Республика етәксеһе райондарға эш сәфәрҙәре барышында ла урындағы власҡа мәғариф учреждениеларының торошон яҡшыртыу йәһәтенән күрһәтмәләр бирә килә.


Бөгөн яңы уҡыу йылында Башҡортостан мәктәптәренә 487 737 уҡыусы бара. Беренсе класҡа – 55 меңдән ашыу бала. Быйыл республикала 21 мәктәптең сафҡа инеүенә бәйле, икенсе сменала уҡытыу һигеҙ процентҡа тиклем кәмей.


Быйыл сентябрҙә Башҡортостанда 11 яңы мәктәп асыла. Уларҙың икеһе Өфөлә булһа, ҡалғандары – республика райондарында. Киләһе 2020 йылға тиклем тағы ун мәктәп асыу планлаштырылған. Ғөмүмән, Волга буйы федераль округында яңы уҡыу йылы башынан 23 белем усағы сафҡа инә. Әйтелгәнсә, Башҡортостанда уларҙың иҫәбе 11 булһа, Татарстанда – биш, Пермь крайы һәм Һамар өлкәһендә – икешәр, Мордовияла, Сыуаш Республикаһында, Киров өлкәһендә – берешәр.


Бөгөндән Өфөнөң өс мәктәбе (83-сө, 93-сө, 64-се) Рәсәй Фәндәр академияһының патронажы аҫтында эшләйәсәк һәм “База мәктәптәре” федераль проектында ҡатнашасаҡ. Был белем усаҡтары тәрбиәләнеүселәренә ошо программа ярҙамында фән, юғары технологиялар өлкәһендә карьера төҙөү мөмкинлеге буласаҡ.


Был 11 мәктәптә шулай уҡ профилле медицина кластары асыла, һөҙөмтәлә уҡыусылар дауалау учреждениелары базаһында табип һөнәре үҙенсәлектәренә төшөнәсәк. Ошо маҡсатта Башҡортостан дәүләт медицина университеты менән килешеү төҙөлгән.
#нацпроекты

Читайте нас: