4 сентябрҙә Өфө ҡалаһының “Торатау” конгресс-холында эшҡыуарҙар өсөн берҙәм клиент офисы форматындағы “Минең бизнесым” үҙәге рәсми рәүештә үҙ эшен башлай.
Был сара сиктәрендә республика ҡала-райондарының кесе һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары, башҡарма власть органдары, эшҡыуарҙарға ярҙам итеүсе ойошмалар вәкилдәре, “бизнес-шерифтар” ҡатнашлығында эшҡыуарҙар форумы уҙа.
Форум барышында бизнес өсөн актуаль мәсьәләләр буйынса фекер алышыу, “Минең бизнесым” үҙәге күрһәткән хеҙмәттәр презентацияһы була, эшҡыуарҙар шәхси консультация аласаҡ.