+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 13:23

“Ашығыс ярҙам”ға - планшеттар

2019 йылда Башҡортостандың бөтә ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән йыһазландырыуға дәүләт килешеүе төҙөлдө.

2019 йылда Башҡортостандың бөтә ашығыс медицина ярҙамы бригадаларын планшет компьютерҙары менән йыһазландырыуға дәүләт килешеүе төҙөлдө.
Гаджеттар Башҡортостан Республикаһының һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт мәғлүмәт системаһы менән берләштерелгән, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Светлана Ҡусҡарбәкова.
Уның һүҙҙәренсә, мобиль компьютерҙар ярҙамында табиптар онлайн режимында саҡырыуҙар ҡабул итергә, юлда барғанда уҡ сирҙең тарихы менән танышырға, беренсел медицина документтарын тултырырға, дауаханаға пациенттың хәле һәм уға талап ителгән ярҙам тураһында хәбәр итергә тейеш.
Республика дауалау учреждениеларын модернизациялау һәм заманса ҡорамалдар менән йыһазландырыу "Һаулыҡ һаҡлау" милли проекты сиктәрендә алып барыла.
#нацпроекты
Читайте нас: