-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Сентябрь 2019, 16:03

Башҡортостан лидерҙары билдәләнә

Бөгөн 16.00 сәғәттә БСТ каналында тура эфирҙа “Башҡортостан лидерҙары” конкурсының финалы башлана.

Бөгөн 16.00 сәғәттә БСТ каналында тура эфирҙа “Башҡортостан лидерҙары” конкурсының финалы башлана.
Мәғлүм булыуынса, июнь башында Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Башҡортостан лидерҙары» кадрҙар проектының «Идара итеү командаһы 2020-2025» һәм “БР-ҙың йәш лидерҙары” конкурстарына старт биргәйне.
17 июндә башланған проектта ҡатнашыу өсөн шул уҡ көндө 1 мең кеше теләк белдергән. Беренсе аҙнала 3,5 мең кеше ғариза ҡалдырған. Ҡатнашыусыларҙың 97 проценты – республикала йәшәүселәр, 85 проценты – ир-егеттәр.
Һайлау этабын үткән 195 кеше ярымфиналға "Торатау" конгресс-холына саҡырылды. Улар араһынан иң яҡшылар тип табылған 72-е финалға сыҡты. Араларынан 50 кешегә “Остазлыҡ” программаһында ҡатнашыу хоҡуғы бирелә, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эш тәҡдим ителәсәк.
Финал "Торатау" конгрес-холында үтә.
Читайте нас в