+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
6 Сентябрь 2019, 13:06

Мостай Кәримгә арналған конверт

Шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына арнап сығарылған конвертта Мостай Кәримдең Башҡортостан тәбиғәте фонында төшкән портреты һүрәтләнгән.

Шағир, яҙыусы һәм драматургтың 100 йыллығына арнап сығарылған конвертта Мостай Кәримдең Башҡортостан тәбиғәте фонында төшкән портреты һүрәтләнгән.
Федераль почта элемтәһенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы директоры Ирек Ғәлимов әйтеүенсә, яңы конверт коллекционерҙар ғына түгел, әҙәбиәт һәм тарих һөйөүселәр араһында ла ҙур һорау менән ҡулланыласаҡ. Уны республиканан ситтә лә һораусылар күп. Сөнки һуңғы ваҡытта республика ойошторолоуҙың 100 йыллығын билдәләү, уның барышында Мостай Кәримдең юбилейына арналған саралар уҙғарыуға бәйле Башҡортостанға ҡыҙыҡһыныу арта.
Быйыл Башҡортостандың халыҡ шағирының 100 йыллығына ҡарата махсус штемпель, беренсе көндөң конверты һәм марка почта әйләнешенә сыҡты. Яңы конверттың тиражы 500 мең дана тәшкил итә. Уның тәүге партияһы Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренең почта бүлексәләренә килде лә инде.
Читайте нас: