Иртән үк ауыл халҡы дәртле йыр-моңдар яңғыраған мәҙәниәт йортона ағыла башланы. Бында уларҙы йылы аш-һыу: ҡарабойҙай бутҡаһы һәм тәмле сәй менән ҡаршы алдылар. Шунда уҡ ойоштролған йәрминкәлә ауыл оҫталары: Наилә Шәрипова татлы кондитер изделиеларын тәҡдим итһә, Ришат һәм Оксана Ғәлиевтар шәхси хужалыҡтарында етештергән ит, һөт ризыҡтарын, йәшелсә, емеш-еләктәрен һаттылар.