Дәртле көй-моңдар әллә ҡайҙан ишетелеп, халыҡты һайлауға саҡырып тора. Участка һайлау комиссияһы рәйесе Ринат Абсаттаров әйтеүенсә, һайлауға ауыл халыҡ берҙәм килә. Клуб алдында уларға һәр төрлө ризыҡ менән тулы самауырлы сәй өҫтәле әҙерләнгән, сауҙа ойошторолған.