Иртәнге сәғәт 7-лә иң беренсе булып тауыш бирергә килеүсегә сәғәт, 80 йәштән өлкән кешеләргә - сәй, тәүге бишәүгә – сәскәләр, беренсе тапҡыр һайлаусыларға иҫтәлекле бүләктәр һәм Рәхмәт хаттары биргәндәр. Район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ошо участкала үҙ гражданлыҡ бурысын үтәгән.