Бөгөн, 8 сентябрҙә иртәнге сәғәт 7-лә республиканың барлыҡ һайлау участкалары үҙ ишектәрен асты, Берҙәм тауыш биреү көнө башланды.
Йөҙимән мәктәбендә урынлашҡан 1693-сө һайлау участкаһы ла теүәл иртәнге сәғәт 7-лә үҙ эшен башланы.
Комиссия рәйесе Гөлнур Зәйнетдинова һайлау башланыуын хәбәр итеп, барыһына ла уңышлы эш теләгәс, комиссия ағзалары һайлау урнаһын мисәтләп ҡуйҙы. Беренсе булып Марат Шәмсетдинов үҙенең конституцион хоҡуғынан файҙаланып, тауыш бирҙе.
#выборыглавыреспубликибашкортостан