Комиссия ағзалары К.Маркс урамында йәшәүсе 1916 йылғы Ғәлиә Шәрипованың өйөнә барып һайлатҡандар. Ул һайлау бюллетендәренә ҡултамғаһын ҡуйып, комиссия ағзалары бүләк итеп алып килгән сәйгә ҡыуанып, рәхмәт уҡып ҡалған. Тағы ла бер өлкән кеше 90 йәшлек Зөлфәр Динислам улы Килмөхәмәтов участкыға үҙе килеп тауыш биргән.