Төшкә тиклем кеше бик күп булды, сәғәт биштәр тирәһендә 78 процент һайлаусы тауыш биргән ине. Бөтәһе исемлектә 450 кеше. Әлеге һайлауҙарға кешеләрҙең ҙур теләк менән килеүе асыҡ күренә. 53 кеше өйҙәрендә һайланы. Комиссия рәйесе Наил Маннанов, секретарь Фәриҙә Әсфәндийәрова, рәйес урынбаҫары Зөлфиә Солтанова үҙ эштәренә яуаплы ҡарай, һайлау тыныс шарттарҙа әүҙем бара.