+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
10 Сентябрь 2019, 23:52

Экспорт нигеҙҙәренә уҡытасаҡтар

“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың Экспортҡа ярҙам үҙәге ошо йүнәлеш нигеҙҙәренә өйрәтеү буйынса семинарға саҡыра.

Кесе һәм урта бизнес вәкилдәре өсөн ойошторолған сара бер нисә махсус курстан торасаҡ.


Билдәле булыуынса, Башҡортостан “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проектын тормошҡа ашырыуға әүҙем ҡушылды. Төбәк проекттарына ярашлы, беҙҙә кесе һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше хәл ителә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын.


Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләләргә арналған сараларҙың береһендәге сығышында экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе кесе һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, кесе һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт. Әлеге семинар – ошо маҡсатҡа йүнәлтелгән сараларҙың бер өлөшө.


Курстарҙа тышҡы баҙарҙың беренсел анализы инструменттары, мөмкинлеге булған һатып алыусыларҙы һәм баһалау алымдары, тауарҙы һәм предприятиены экспортҡа әҙерләү, валюта түләүҙәрен ойоштороу үҙенсәлектәре, был эшмәкәрлектә осрауы ихтимал ауырлыҡтар, дәүләт ярҙамы һ.б. күп мәсьәләләр тәрән өйрәнеләсәк.


Йыл аҙағына тиклем ошондай 11 семинар уҙғарыу планлаштырыла.


Уларҙа ҡатнашыу бушлай. Бары тик www.exportedu.ru сайтында алдан теркәлеү генә талап ителә. Экспорт эшмәкәрлегенә өйрәнергә теләгәндәргә тейешле формала заявка һәм килешеү ебәреп, уларҙың төп нөхсәһен сарала күрһәтеү кәрәк.


#нацпроекты
Читайте нас: