+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Сентябрь 2019, 23:12

Владимир Путин мөһим һөйләшеүгә әҙерләнә

12 сентябрҙә Сочи ҡалаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин мөһим һөйләшеүҙәр үткәрәсәк.

Ил етәксеһе Израиль премьер-министры Биньямин Нетаньяху менән осраша. Был турала Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков хәбәр итте.


Нетаньяху Сочиға бер көнгә килә. Ул Владимир Путин менән Сүриә буйынса “хәрбиҙәр араһындағы координацияны дауам итеү” мәсьәләһен тикшерергә ниәтләй. Израилдең Рәсәйҙәге илсеһе Гарри Корен әйтеүенсә, Владимир Путин менән Биньямин Нетаньяху Именлек Советы юҫығында өс яҡлы Рәсәй, АҠШ һәм Израиль осрашыуҙарын ойоштороу буйынса ла фекер алышыуҙары ихтимал.


#ВладимирПутин
Читайте нас: