Рәсәй Президенты Владимир Путин Израилдең премьер-министры Биньямин Нетаньяху менән "Бочарев шишмәһе" резиденцияһында өс сәғәт тирәһе әңгәмәләште.
Һөйләшеүҙә шулай уҡ Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров, оборона министры Сергей Шойгу, дәүләт башлығы ярҙамсыһы Юрий Ушаков, вице-премьер Максим Акимов, Сүриә көйләүе буйынса Рәсәй Президентының махсус вәкиле Александр Лаврентьев ҡатнашты.
Израиль делегацияһына Сауҙа-иҡтисади бәйләнештәр буйынса Рәсәй-Израиль комиссияһының рәйестәше Зеэв Элькин, Милли именлек советы башлығы Меир Бен-Шаббат, Рәсәйҙәге Израиль илсеһе Гари Корен, премьер-министры ярҙамсыһы Авраам Аарон Блут ингәйне.