-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
15 Сентябрь 2019, 20:35

Өлөшсөләр яңы фатир асҡыстары алды

Бөгөн, 15 сентябрҙә, республикала тағы 140 ғаилә алданған өлөшсө булыуҙан туҡтаны. Был хаҡта “Фейсбук”тағы битендә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров белдерҙе.

“Нефтекама ике йортто төҙөп бөтөү өсөн беҙ Республика адреслы инвестиция программаһындағы селтәрҙәргә 25 миллион һум һалдыҡ һәм төҙөүсе өсөн бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан кредитҡа дүрт процент менән 50 миллион һум йәлеп иттек. Был беҙгә эште билдәләнгән ваҡытта тамамларға, кешеләргә асҡыстарын, вәғәҙә ителгәнсә, тап бөгөн, 15 сентябрҙә, тапшырыу мөмкинлеген бирҙе. Өлөшсөләр ошо көндө тәүҙә вәғәҙә ителгәндән биш йылға күберәк көттө”, – тип яҙҙы республика етәксеһе.


Радий Фәрит улының һүҙҙәренсә, төбәгебеҙҙә әле лә меңләгән кеше төрлө сәбәптәр – ҡайһы бер урындарҙа төҙөүсенең тәртипһеҙлеге, икенсе ерҙә иҡтисади ҡатмарлылыҡтар, ҡайҙалыр бизнес менән чиновниктар араһындағы насар хеҙмәттәшлек – арҡаһында һаман үҙ фатирының асҡысын ала алмай, түләп йәшәргә мәжбүр.


“Уларға ярҙам итеү механизмдары миңә билдәле, һәм был мөмкин булғандан тиҙерәк үтәләсәк”, – тине Радий Хәбиров.


Нефтекамала “Авалон” торлаҡ комплексы өлөшсөләре үҙ фатир асҡыстарын алды. Төҙөүсе – “Интеграл” акционерҙар йәмғиәте. Компания күп фатирлы йорттар төҙөүгә рөхсәтте 2015 йылда уҡ алған, әммә буласаҡ милекселәрҙең өй туйы кисектерелеп килгән.


Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусының күрһәтмәһе буйынса, төбәктең Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты тарафынан “юл картаһы” булдырылып, бөгөн төҙөлөш өлөшсөләренең боҙолған хоҡуҡтарын тергеҙеү буйынса эш алып барыла. Әлеге комплексты сафҡа индереү өсөн төҙөүсене алмаштырырға ҡарар ителгән. Бөгөн урында проблемалы йорттарҙағы эште тергеҙеүҙе “Нефтекамскстройзаказчик” идаралығы алып бара. 2020 йыл аҙағына тиклем “Авалон” комплексының тағы ике йортон сафҡа индереү планлаштырылған.



Читайте нас: