Быйыл республика медицина учреждениеларына бөтәһе 178 медицина хеҙмәткәре килде, уларҙың 68-е — августа. Башҡортостанда медицина кадрҙарын йәлеп итеү буйынса юл картаһы ғәмәлгә ашырыла. Красноусол (10 табип), Туймазы (18), Мәләүез үҙәк район дауаханаларында (9) яҡшы динамика күҙәтелә.
Эштән киткән/ҡабул ителгән табиптарҙың иң ҙур ыңғай айырмаһы менән медицина учреждениелары араһында Салауат дауаханаһы (+36 табип), Өфөнөң 13-сө дауаханаһы (+19 табип), Өфөнөң 17-се балалар дауаханаһы (+14 табип), республика онкология диспансеры (+13 табип) аталды. Кире динамика күҙәтелгән дауаханалар: Ашығыс медицина ярҙамынан — 12, Бәләбәй үҙәк район дауаханаһынан — 11, Стәрлетамаҡ үҙәк район дауаханаһынан — 7, Миәкә үҙәк район дауаханаһынан 6 табип эштән киткән, тип һөйләне Максим Забелин.
Республикала бөтәһе 170 табип һәм 58 медицина хеҙмәткәре торлаҡ менән тәьмин ителгән. Белорет районында — 27, Илештә — 11, Баҡалыла — 8, Тәтешлелә 7 табип торлаҡ алған. Саҡмағош районы эшкә килгән медиктарға 4 ер участкаһы бүлгән.
«Ауыл табибы» федераль проекты буйынса 99 табипҡа — 1 миллион һум, 10 фельдшерға 500 мең һум бирелә.
«Ауыл фельдшеры» программаһы буйынса 72 фельдшерға 500 мең һум түләнә.
Муниципаль-ара үҙәктәре өсөн һорау ҙур булған 125 белгескә — 1 миллион һум.
Маҡсатлы йүнәлтмә менән уҡығандарға аҡса түләнә башланы. 1033 студентҡа — 5 мең һум, 416 ординаторға 8 мең һум бирелә.
Бынан тыш, медицина хеҙмәткәрҙәренең минималь оклады 13 042-нән 17 177 һумға тиклем арттырылды.