Билдәле булыуынса, 23-сө Конгресс Мәскәүҙә 1971 йылда үтә, һәм бына 50 йылдан һуң Рәсәй тағы ла бар донъя ҡортсоларын ҡабул итергә әҙерләнә. Өфөлә үтәсәк Конгрестың үҙәгендә кешелектең иҡтисади һәм экологик именлеге факторы булған бал ҡорто торасаҡ. Умартасылыҡ тармағын үҫтереү, бал ҡорто продукцияһының халыҡ-ара стандарттарын һәм системаларын булдырыуға, бал ҡорттары сирҙәрен диагностикалау һәм дауалау мәсьәләләренә ҙур иғтибар биреү күҙаллана.