+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
17 Сентябрь 2019, 16:59

Әйҙәгеҙ, бейергә!

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙәрҙә #ТанцуюБашкирскийТанец флешмобын башланы.

Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле социаль селтәрҙәрҙә #ТанцуюБашкирскийТанец флешмобын башланы.
Проектта ҡатнашыу өсөн башҡорт бейеүенең өҙөгөн башҡарып, видеоны #танцуюбашкирскийтанец#учубашкирскийтанец хэштегтары менән Интернет селтәренә һалырға кәрәк. Флешмоб йәштәр араһында башҡорт бейеүенә ҡыҙыҡһыныу уятыу, бейергә өйрәтеү маҡсатында ойошторола. Ансамблдең матбуғат секретары Элиза Сынбулатова әйтеүенсә, улар 9 октябргә бер башҡорт бейеүе һәм бер нисә фрагмент өйрәнеп, күмәкләп башҡарасаҡтар. Бейеүҙе Матросов исемендәге паркта бейеү күҙаллана. Акцияға старт биреп артистар “7Медиа” студияһы ярҙамында ролик төшөргәндәр.
Читайте нас: