+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 23:13

“Башҡортостан халҡының өмөттәрен аҡларһығыҙ тип ышанам”

Башҡортостан Башлығының вазифаға рәсми инеү тантанаһында ҡатнашҡан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров билдәләүенсә, Радий Хәбировтың һайлауҙа еңеүе лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ.

Башҡортостан Башлығының вазифаға рәсми инеү тантанаһында ҡатнашҡан Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаров билдәләүенсә, Радий Хәбировтың һайлауҙа еңеүе лайыҡлы һәм бәхәсһеҙ. Уның һөҙөмтәләре бер ниндәй ҙә шик ҡалдырмай.

– Һеҙгә, Радий Фәрит, улы ыңғай үҙгәрештәр индерергә һәм төбәкте яңы үрҙәргә сығарырға кәрәк. Республика бик һөҙөмтәле рәүештә инвестициялар йәлеп итә, төбәк бюджетына һалым көсөргәнешен кәметә һәм килемде арттыра. Был күрһәткестәр буйынса һеҙ Волга буйы федераль округында беренсе урында. Әлеге мәлдә республикала юғары технологиялы производстволар төҙөү буйынса унлап күп миллиардлы проект тормошҡа ашырыла. Был тауарҙар сәнәғәттең төрлө тармаҡтарында кәрәк буласаҡ. Алға барыу өсөн власть органдары системалы һәм берҙәм эшләргә тейеш, – тине ул.

Игорь Комаров республика властары киләһе биш йылда Башҡортостан кешеләренең йәшәү рәүеше яҡшыраҡ булһын өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәгенә инана.

– Радий Фәрит улы, республиканың күп миллионлы халҡы бағлаған өмөттө аҡлай алырығыҙға мин ныҡлы ышанам. Хәйерле юл! – тине ул.

#ВладимирПутин
Читайте нас: