+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
19 Сентябрь 2019, 12:15

Радий Хәбировтың тәүге инаугурацияһы үтә

Бөгөн Радий Хәбиров ант бирә һәм рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай.

Бөгөн Радий Хәбиров ант бирә һәм рәсми рәүештә Башҡортостан Башлығы вазифаһын башҡара башлай. Тантана Дәүләт Йыйылышы йортонда уҙа. Уға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Игорь Комаровтың килеүе көтөлә.
БР Конституцияһына ярашлы, бөгөн республика Хөкүмәте тулыһынса отставкаға китәсәк һәм яңы башҡарма власть органын төҙөү башланасаҡ.
“Башлыҡ Хөкүмәтте яңынан ойошторасаҡ.Республикабыҙҙың яҡындағы биш йылда нисек үҫеүе Хөкүмәткә килгән кешеләрҙең эшмәкәрлегенә бәйле буласаҡ”, - тине Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев.
Инаугурациянан һуң Республика Башлығы Радий Хәбиров Башҡортостандың 2024 йылға тиклем үҫешен билдәләүсе пландар һәм аныҡ аҙымдар хаҡында мөһим документ менән таныштырасаҡ.
Читайте нас: