+4 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
21 Сентябрь 2019, 13:51

Акцияға ҡушылып

21 сентябрь – Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә Ғафури районында ла район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, сауҙа преприетиелары хеҙмәткәрҙәре, эко-активистар, йәмәғәт ойошмалары һәм тирә-яҡ мөхиттең, тәбиғәттең таҙалығына битараф булмаған кешеләр өмәгә сыҡты.

21 сентябрь – Бөтә донъя таҙалыҡ көнөндә Ғафури районында ла район хакимиәте, мәғариф, мәҙәниәт учреждениелары, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш, сауҙа преприятиелары хеҙмәткәрҙәре, эко-активистар, йәмәғәт ойошмалары һәм тирә-яҡ мөхиттең, тәбиғәттең таҙалығына битараф булмаған кешеләр өмәгә сыҡты.
Был акция бөгөн Рәсәйҙең 70 төбәгендә үтә. Былтыр унда 250 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан, шуларҙың 132 меңе Башҡортостан халҡы булған.
Балалар ижады үҙәге хеҙмәткәрҙәре лә иртәнге сәғәт 9-ҙа һепертке, тырма, көрәк менән “ҡоралланып”, сүп-сар һалыу өсөн ҡапсыҡтар алып, үҙҙәренә беркетелгән территорияға юлланды. Юл ситтәрендә, ағастар араһына ташланған сүп-сар, ҡойолған япраҡтарҙан 5 ҡапсыҡ йыйылған. Педагогтарҙың берҙәм коллективы территорияны тырмап, һепереп тә ҡуйған.
Читайте нас: