+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2019, 22:08

Интеллектуаль транспорт системаһы эш башлай

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2020 йылда Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системаһы эш башлай. Ул хәрәкәткә идара үҙәгенән һәм “аҡыллы” светофорҙарҙан торасаҡ.

“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы, 2020 йылда Башҡортостанда интеллектуаль транспорт системаһы эш башлай. Ул хәрәкәткә идара үҙәгенән һәм “аҡыллы” светофорҙарҙан торасаҡ.


Был хаҡта республиканың транспорт дирекцияһы етәксеһе Мансаф Низакаев белдерҙе.


Республика етәксеһе Радий Хәбировтың юлдар торошона ныҡлы иғтибар бүлеп, уларҙы төҙөкләндереүҙе тәүге бурыстарҙың береһе тип билдәләүе арҡаһында был тармаҡта эш бермә-бер алға китте. “Яҡшы юл – именлектең, уңайлы йәшәү шарттарының төп нигеҙе”, – тине төбәк етәксеһе.


Күрһәтмәләргә ярашлы, һәр кимәлдәге – федераль, республика, район-ҡала – юлдарында төрлө яҡлы төҙөкләндереү эштәре башланды һәм дауам итә. Мәҫәлән, соҡорҙарҙы ямап бөтөү йәһәтенән ваҡыт билдәләнеп, аныҡ бурыс ҡуйылғайны, ул уңышлы тормошҡа ашырылды. Был эш халыҡ тарафынан ҙур хуплау алды. “Юл эксперты” ҡушымтаһы булдырылып, уның аша кешеләр үҙҙәрендәге юл торошо хаҡында белдереү, һөҙөмтәлә проблемаларҙы яйға һалыу мөмкинлеген алды.


Интеллектуаль транспорт системаһы булдырыу – ошо маҡсатлы эштең бер өлөшө.


“Рәсәй Транспорт министрлығы ярҙамында Росавтодор тарафынан интеллектуаль транспорт системаһы проекттарын һайлап алыу методикаһы эшләнә. Ул йыл аҙағына тапшырылып, киләһе йылдың 1 апреленә тиклем раҫланырға тейеш”, – тине республиканың транспорт дирекцияһы етәксеһе.


Уның һүҙҙәренсә, юлдарҙан үтеү мөмкинлеген һәм юл-транспорт ваҡиғаларын онлайн-мониторинглау өсөн үҙәк төҙөләсәк. Был системаны ҡағиҙә боҙоу осраҡтарын теркәгән камералар ҙа тулыландырасаҡ.


“Беҙ шулай уҡ Өфө һәм Стәрлетамаҡ агломерацияларына интеллектуаль светофорҙар индерергә планлаштырабыҙ. Улар юлдарҙағы көсөргәнеште билдәләй, үтеү мөмкинлеген яйға һала аласаҡ”, – тине транспорт дирекцияһы етәксеһе.

#нацпроекты
Читайте нас: