+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
22 Сентябрь 2019, 23:13

Парк зоналары төҙөкләндерелә

Төбәгебеҙҙә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла.

Төбәгебеҙҙә "Торлаҡ һәм ҡала мөхите" милли проекты йылдам тормошҡа ашырыла.


Республика Башлығы Радий Хәбиров Өфөләге парк зоналарын төҙөкләндереү барышын ҡараны, үткән эш сәфәре йомғаҡтары буйынса күрһәтмәләрҙең үтәлешен тикшерҙе.


Калинин районындағы “Беренсе Май” мәҙәниәт һәм ял паркында яңыртыуҙың тәүге этабы дауам итә: быуа таҙартыла, тәрәнәйтелә, йәйәүлеләр һәм велосипедсылар юлдары төҙөкләндерелә, биләмә йәшелләндерелә, яҡтыртыла. Радий Хәбиров был эштәрҙең барыһын да ҡараны, подрядсылар менән аралашты.


Республика етәксеһе Орджоникидзе районындағы “Имәндәр” скверында ла булды. Бында тиҙҙән “Бейеүсе торналар” фонтаны йәнә асыласаҡ. Шулай уҡ юлдарҙы төҙөкләндереү, бордюрҙар ҡуйыу бара.


Радий Хәбиров билдәләүенсә, был парктар халыҡтың ял итеүе өсөн заманса, уңайлы һәм матур биләмә булдырыуға комплекслы юл өлгөһө буласаҡ. Республика көнөндә был майҙансыҡтарҙы барлыҡ муниципалитет башлыҡтары килеп күрәсәк һәм үҙ ҡала-райондарында ошондай уҡ эш башлаясаҡ.

#нацпроекты
Читайте нас: