Милли проект нигеҙендәге төбәк проекттарына ярашлы, беҙҙә бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы донъя баҙарына сығарыу буйынса мәсьәләләр, сеймал булмаған энергетик түгел тауарҙарҙы экспортлау үҫеше хәл ителә. Беренсе сиратта – эшкәртеү сәнәғәте һәм ауыл хужалығы продукцияларын. Республика етәксеһе Радий Хәбиров ошо мәсьәләләргә арналған сараларҙың береһендәге сығышында экспортҡа йүнәлтелгән 800 компания барлығын, уларҙың 650-һе бәләкәй һәм урта предприятиелар булыуын әйтте. Шул уҡ ваҡытта экспорттың 90 процентын 20 эре тауар етештереүсе тәьмин итә. Тимәк, бәләкәй һәм урта предприятиеларҙы был йәһәттән үҫтереү шарт.
Донъя кимәлендә танылыу яулаған продукцияларыбыҙ араһында беренсе урынды башҡорт балы биләй. Билдәле булыуынса, республика етәксеһе Радий Хәбиров былтыр Ауыл хужалығы хеҙмәткәрҙәре көнөндә беҙҙең был продукттың Красноярскиҙа ни өсөн тейешле баһа алмауы сәбәптәре менән ҡыҙыҡһынып, аҙаҡ Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахмановҡа башҡорт балының абруйын һаҡлау системаһын төҙөргә күрһәтмә биргәйне.
“Был эште системалы рәүештә, юридик йәһәттән теүәл итеп алып барасаҡбыҙ”, – тине республика етәксеһе. Ул быйыл алдынғы ҡарашлы йәштәр менән осрашыуҙа ла милли ризығыбыҙҙы хәстәрләү бурысын еткерҙе. “Барыбыҙ ҙа шуны яҡшы белә: беҙҙең башҡорт балы үҙенең иҡтисади, медицина һ.б. үҙенсәлектәре буйынса иң яҡшыһы. Милли брендты әүҙемерәк яҡларға кәрәк”, – тине Радий Хәбиров.
Дөйөм хәстәрлек һөҙөмтәһендә милли продукция киңерәк танылыу яулай бара. Alibaba электрон сауҙа майҙансығында урынлаштырылған республика етештереүселәре тауарҙары араһында ул беренсе урынды биләй. Был хаҡта Башҡортостандың экспортҡа булышлыҡ үҙәге директоры Илдус Хәлитов белдерҙе.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Alibaba сауҙа майҙансығында Башҡортостандың электрон витринаһы быйыл июлдә булдырылды. Унда, балдан башҡа, төбәгебеҙҙең бүтән тауарҙары ла бар.
“Иҫәпте ай һайын арттыра барасаҡбыҙ, сөнки был йүнәлештең мөмкинлектәре ҙур. Артабан Amazon, eBay һб. майҙансыҡтарға инәсәкбеҙ. Был республиканың онлайн-һатыу йүнәлешен үҫтереү буйынса системалы эш буласаҡ”, – тине Илдус Хәлитов.
“Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт” милли проекты биш федераль проекттан тора: “Сәнәғәт экспорты”, “Агросәнәғәт комплексы продукциялары экспорты”, “Халыҡ-ара сауҙа логистикаһы”, “Хеҙмәтләндереү экспорты”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт үҫешенең системалы саралары”.