+8 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 22:19

Башҡортостан иң уңайлы төбәк буласаҡ

Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров журналистар менән аралашып, Радий Хәбировтың 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.

Премьер-министры урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров журналистар менән аралашып, Радий Хәбировтың 2024 йылға тиклем республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең стратегик йүнәлештәре тураһындағы Указын тормошҡа ашырыу тураһында һөйләне.


Указда билдәләнгән ваҡыт эсендә тормошҡа ашырылырға тейеш бик күп йүнәлештәр, саралар һәм объекттар тупланған. Ул бик амбициялы, күп яҡлы, шул уҡ ваҡытта социаль һәм иҡтисади өлөштәре аныҡ билдәләнгән, тине Андрей Назаров.


Социаль өлөшөндә республика халҡының 4 миллион 100 мең кешегә тиклем үҫергә тейешлеге аныҡ әйтелә.


“Демографик үҫешкә тәү сиратта йоғонтоно һаулыҡ һаҡлау тармағын яҡшыртыу яһаясаҡ. Бының өсөн республикала 170 ФАП төҙөләсәк, уларҙың 142-һе – ауылдарҙа. Шулай уҡ 12 поликлиника, ике заманса бала табыу йорто буласаҡ”, – ти Премьер-министр урынбаҫары вазифаһын башҡарыусы.


Күрше төбәктәргә уҡырға китеүселәр һанын да кәметеү кәрәк. Бының өсөн нигеҙендә ғилми-белем биреү үҙәге ятҡан белем биреү программаһы тормошҡа ашырылырға тейеш. Уның эсенә республиканың барлыҡ алдынғы вуздары, студенттар кампусы төҙөү инәсәк. Киләсәктә бер юлы ике диплом биреү идеяһы бар, уларҙың береһе – халыҡ-ара өлгөлө буласаҡ.


Вахта менән Себерҙә эшләгән кешеләрҙең күп булыуы ла республиканы биҙәмәй. Бында миграция бик ҙур. Бәлки, ошо сәбәпле беҙҙә айырылышыуҙар, тулы булмаған ғаиләләр күптер. “Әгәр 20 йыл элек республикала мең никахҡа ике йөҙ айырылышыу тура килһә, быйыл был һандар 600-гә етте”, – тине Андрей Назаров.


Бурыс аңлашыла – кешеләрҙе тыуған иленә кире ҡайтарыу. Уларҙы нисек йәлеп итергә? Үҙ эш урындары булдырыу һәм социаль шарттар тыуҙырыу. Указға ярашлы республикала биш йыл эсендә 13 мең баланы үҙ эсенә алған 50 мәктәпкәсә учреждение, 45 мең уҡыусыны күҙ уңында тотҡан 60 мәктәп төҙөләсәк. Муниципалитеттарҙа өс мең йортто, 20 мең подъезды капиталь ремонтлаясаҡтар, 100 мең яҡтыртҡыс ҡуйыласаҡ...


“Кешеләр беҙҙән китергә түгел, ә киреһенсә ҡайтырға, Башҡортостанда, иң уңайлы төбәктә йәшәргә тырышырға тейештәр”, – ти Андрей Назаров.
Читайте нас: