+2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 00:47

"Экология" проекты сиктәрендә

Республика Хөкүмәтендә “Экология” милли проектының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында фекер алышынды.

Республика Хөкүмәтендә “Экология” милли проектының Башҡортостанда тормошҡа ашырылыу барышы хаҡында фекер алышынды.

Төбәк Башлығы Радий Хәбиров үткәргән сираттағы оператив кәңәшмәлә ҡаралды был мәсьәлә. Республиканың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Урал Искәндәров һүҙҙәренсә, 2024 йылға ҡалаларҙа санкцияланмаған 24 сүп-сар өйөмө бөтөрөләсәк, улар араһында өсәүһе айырыуса хәүефле – Стәрлетамаҡ районындағы “Михайловка” сәнәғәт ҡалдыҡтары, Баймаҡтағы Семеновка алтын эшкәртеү фабрикаһы һәм Өфөләге элекке “Химпром” биләмәһендә йыйылған шлам.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Стәрлетамаҡ районындағы һыу объекттарының экологик торошон тикшереү буйынса ведомство-ара эш төркөмө булдырырға ҡушты.


“Миңә ундағы ағып сыҡҡан һыу менән нимә булғаны хаҡында видео күрһәттеләр. Сәстәр үрә торорлоҡ! – тине төбәк етәксеһе. – Ике аҙнала был хәлде асыҡлағыҙ. Зыян билдәләнгән осраҡта ғәйепле предприятие уны компенсацияларға тейеш”.


Радий Фәрит улы шулай уҡ Салауатта, Стәрлетамаҡта, Сибайҙа һауаның бысраныуын мониторинглаусы автоматлаштырылған станциялар төҙөүҙе контролдә тоторға ҡушты.


Билдәле булыуынса, “Экология” милли проекты шундай бүлексәләрҙән тора: “Таҙа ил”, “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең комплекслы системаһы”, “I-II класлы хәүефле ҡалдыҡтар менән эш итеү өсөн инфраструктура”, “Таҙа һауа”, “Таҙа һыу”, “Волганы таҙартыу”, “Уникаль һыу объекттарын һаҡлау”, “Байкал күлен һаҡлау”, “Биологик төрлөлөктө һәм экологик туризмды һаҡлау”, “Урмандарҙы һаҡлау”, “Иң яҡшы уңайлы технологиялар индереү”.


Тотош Рәсәйҙә был милли проектты тормошҡа ашырыу өсөн 4 триллион 41 миллиард һум бүлеү планлаштырылған.

#нацпроекты
Читайте нас: