1 октябргә тиклем федераль льгота алыусыларға яңы йылда социаль хеҙмәттәр йыйылмаһын алыу формаһын һайларға кәрәк, тип иҫкә төшөрҙөләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһендә.«Льготалар алыуҙың ғәмәлдәге формаһын ҡалдырыу өсөн ғариза яҙырға кәрәкмәй. Киләһе йылдың 1 ғинуарынан уны үҙгәртергә теләгән осраҡта, Пенсия фонды идаралығына ғариза бирергә кәрәк, — тине Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасы Фоат Хантимеров. — Пенсия фонды сайтында «Граждандың шәхси кабинеты»нда интернет аша тейешле ғариза ебәрергә мөмкинлек биргән электрон сервис бар».
Әлеге ваҡытта социаль хеҙмәттәр йыйылмаһының хаҡы айына 1121,42 һум тәшкил итә. Шуларҙың: 863,75 һумы — кәрәкле дарыуҙар менән тәьмин итеү, 133,62 һумы — шифахана-курорт дауаланыуына юллама биреү, 124,05 һумы — ҡала яны тимер юл транспортында, шулай уҡ халыҡ-ара транспортында дауаланыу урынына барып-ҡайтыу өсөн.