+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
24 Сентябрь 2019, 22:33

Юғары баһалайым

– Башҡортостан Респуликаһы Башлығы Радий Хәбировтың инаугурация мәлендәге сығышы сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шәхсән үҙем “биш йыллыҡ план”ды – Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклемге Үҫеш стратегияһын, уның әһәмиәтен юғары баһалайым.

– Башҡортостан Респуликаһы Башлығы Радий Хәбировтың инаугурация мәлендәге сығышы сағыу тәьҫораттар ҡалдырҙы. Шәхсән үҙем “биш йыллыҡ план”ды – Башҡортостан Республикаһының 2025 йылға тиклемге Үҫеш стратегияһын, уның әһәмиәтен юғары баһалайым. “Биш йыллыҡ” – беҙҙең өсөн совет осоронан күңелгә яҡын төшөнсә, ул ниндәйҙер кимәлдә тотороҡлолоҡто, киләсәккә ышанысты аңлата кеүек. Ә етдирәк итеп әйткәндә, был документ – дәүләттең үҙ алдында торған иң төп бурыстарҙы билдәләп, шуларҙы хәл итеү буйынса яуаплылыҡ алыу символы ул.

Радий Фәрит улы Башҡортостанды бөтә йүнәлештәр буйынса Рәсәйҙең иң алдынғы биш төбәге исемлегенә сығарыу бурысын ҡуйҙы. Заманында республикабыҙ төбәктәр рейтингында яҡшылар рәтендә – тәүге унау араһында булды. Шуға күрә элекке позицияларҙы яулау өсөн мөмкинлектәр бар, тип һанайым.

Ғәҙәттә, сәйәсмәндәр һайлауға тиклем ҙур вәғәҙәләр биреүсән. Радий Хәбиров киреһенсә һайлауға тиклем артыҡ һүҙ һөйләү, вәғәҙәләр биреү менән мауыҡманы. Әле ул үҙ өҫтөнә бик ҙур бурыстар алды. Башҡортостандың яңы Башлығына һәм ул төҙөйәсәк командаға ошо эштәрҙе тормошҡа ашырырға, киләһе йылдарҙа республика һәм халыҡ мәнфәғәтендә лайыҡлы хеҙмәт итергә яҙһын, – тине сәйәсәт фәндәре докторы, профессор, “Социс-Эксперт” социологик үҙәк идараһы рәйесе Рөстәм Латипов.



Читайте нас: