+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
25 Сентябрь 2019, 21:33

Фольклориадаға әҙерлек сиктәрендә

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышы булды.

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә VI Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса федераль ойоштороу комитеты ултырышы булды.


Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ултырышта Фольклориадала 100 илдән өс меңдән ашыу кешенең ҡатнашыуы көтөлә, тип белдерҙе. Мәғлүм булыуынса, халыҡ-ара фольклор фестивале республикала 2020 йылдың 18 июленән 1 авгусына тиклем уҙғарыла.


Кәңәшмәне Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Ольга Голодец асты. Ул 2017 йылдың 1 июнендә ил Президенты Владимир Путиндың VI Бөтә донъя фольклориадаһын үткәреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйыуы, былтыр февралдә ошо сараға әҙерлек буйынса ойоштороу комитетын төҙөү тураһында Хөкүмәт бойороғо сығыуы хаҡында хәтергә төшөрҙө.


Радий Хәбиров күләмле һәм әһәмиәтле ваҡиғаға әҙерләнеү барышы тураһында һөйләне. Әле 85 дәүләт Фольклориадала ҡатнашыу теләген раҫланы. Фестивалдә 2,5 миллион туристың да килеүе көтөлә.

#ВладимирПутин
Читайте нас: