+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
27 Сентябрь 2019, 21:09

Ғафуриҙарға еңеү теләйек

28 сентябрҙә "Аҡбуҙат" ипподромында "Терра Башҡортостан" ат-спорт турнирының 12-се йомғаҡлау һайлап алыу этабы үтә. Унда Бәләбәй, Ғафури, Кушнаренко, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары вәкилдәре ҡатнаша.

28 сентябрҙә "Аҡбуҙат" ипподромында "Терра Башҡортостан" ат-спорт турнирының 12-се йомғаҡлау һайлап алыу этабы үтә. Унда Бәләбәй, Ғафури, Кушнарен, Хәйбулла һәм Яңауыл райондары вәкилдәре ҡатнаша.

Районыбыҙ намыҫын 6 һыбайлы: "Красавчик" исемле атта - Эдуард Түзбәков, "Ансенал"да - Илья Миних, "Странник"та - Фәнис Фәхретдинов, "Гермес"та - Рәшит Бәхтийәров, "Ванька"ла - Руслан Фәхретдинов һәм "Князь"да - Радик Бәхтийәров ("Урожай" ЯСЙ-нән), шулай уҡ "Орлик"та - Хәбир Ғилманов һәм "Буян"да Фидаил Ғилманов (ШЭ А.С.Ҡунафин) яҡлаясаҡ.

Турнир көндәрендәге сабыштарҙа еңеүсе 12 һыбайлы 11 октябрҙә Башҡортостан Башлығы призына Һәүәҫкәр жокейҙарҙың финал чемпионатында көс һынашасаҡ. Ғафури һыбайлыларына еңеү теләйек!


Читайте нас: