-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2019, 18:18

Үҙгәрештәр индерелә

Ай башынан Интернетта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн яңы закон үҙ көсөнә инәсәк.

Ай башынан интернетта хәүефһеҙлекте тәьмин итеү өсөн яңы закон үҙ көсөнә инәсәк. Почта, хаттар абоненттарға интернет-хеҙмәттәр күрһәткән ойошманың серверында 30 көн һаҡланырға тейеш буласаҡ. Өҫтәүенә йыл һайын ошо ваҡыт оҙайлылығы биш процентҡа артасаҡ. Шулай итеп, махсус хеҙмәттәрҙең граждандарҙың ниндәй хат, мәғлүмәт алышыуын ҡарау, уҡыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.


Инвалидлыҡ юллау тураһындағы закондарға ла үҙгәрештәр инәсәк. 1 октябрҙән граждандар дәүләт хеҙмәттәре порталы аша медицина-социаль экспертиза үткәреү өсөн ғариза бирә башлаясаҡ. Улар шулай уҡ экспертизаны үткәреү тураһындағы акттың, протоколдың күсермәләрен ала йәки бюроның ҡарарына ялыу яҙа аласаҡ.


Бынан тыш, күп фатирлы йорттарҙағы хостелдар һәм ҡунаҡханалар ябылырға тейеш. Рәсәй Торлаҡ кодексының 3-сө өлөшөндәге 17-се статьяһына ошондай үҙгәрештәр индерелгән. Унда, “күп фатирлы йорттарҙағы бүлмәләрҙе, майҙанды ҡунаҡхана хеҙмәттәре күрһәтеү өсөн файҙаланыу тыйыла”, тип яҙылған.


Пальма майына өҫтәмә хаҡҡа һалым күләме лә 10-дан 20 процентҡа тиклем артасаҡ.


Етештереүҙә хәүефһеҙлек техникаһын боҙған өсөн ғәйеплеләр штраф түләйәсәк. Әгәр бәхетһеҙ осраҡты тикшереү буйынса комиссия фажиғәнең хәүефһеҙлек техникаһын боҙоу һөҙөмтәһендә килеп сыҡҡанлығын раҫлаһа, ғәйепле кеше 400 мең һум күләмендә йәки үҙенең 1,5 йыллыҡ эш хаҡына торошло штраф түләйәсәк.


Рәсәйҙең Хеҙмәт кодексына ла үҙгәрештәр индерелде. Уға ярашлы, хәҙер хеҙмәткәрҙәр отпуск йәки эштән китеү буйынса ғаризаны электрон почта аша бирә аласаҡ. Әгәр хеҙмәткәр график буйынса ялға китмәһә, ул был хаҡта яҙма рәүештә һорарға тейеш.

#ВладимирПутин
Читайте нас: