-3 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
28 Сентябрь 2019, 17:11

Октябрь башында Башҡортостанда йылы була

Башгидромет фаразы буйынса, октябрь башында республикала йылы була. Һауа температураһы ғәҙәттәгенән 2-4 градусҡа юғарыраҡ күтәрелә. Урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә.

Башгидромет фаразы буйынса, октябрь башында республикала йылы була. Һауа температураһы ғәҙәттәгенән 2-4 градусҡа юғарыраҡ күтәрелә. Урыны менән ямғыр яуыуы көтөлә.
Республиканың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәте буйынса, төбәктә һауа шарттары яҡшыра башлай, һалҡын яйлап сигенә.


Агентлыҡ хәбәр иткәнсә, алдағы ял көндәре һалҡын һәм ҡарлы була. Күпселек райондарҙа ямғыр һәм епшек ҡар яуыуы, юлдарҙа боҙлауыҡ булыуы мөмкин.


30 сентябргә Атлантиканан йылы һауа массаһы килеү менән республикала һауа температураһы күтәрелә башлай. Термометр бағанаһы көндөҙ +6,+11 градусҡаса күтәрелә. Яуым-төшөм ихтималлығы кәмей.

Гөлдәр Кинйәбаева фотоһы.
Читайте нас: