-15 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Октябрь 2019, 21:58

"Мәҙәниәт" милли проектына ярашлы

Башҡортостан ике виртуаль концерт залы булдырыуға ике миллион һум аҡса ала. Был ғәмәл “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.

Башҡортостан ике виртуаль концерт залы булдырыуға ике миллион һум аҡса ала. Был ғәмәл “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Халыҡты рухи яҡтан тәрбиәләү дәүләттең төп бурыстарының береһе булып ҡала. Ҡалала йәшәүселәр ҙә, ауылдыҡылар ҙа мохтаж бөгөн быға. Республика етәксеһе Радий Хәбиров урындарға эш сәфәрҙәре барышында ошо мәсьәләгә айырыуса ҙур иғтибар биреп, ауыл-ҡалаларҙағы социаль биналарҙың – мәктәптәрҙең, клубтарҙың, фельдшер-акушерлыҡ пункттарының һ.б. – эшмәкәрлеген яҡындан өйрәнә, улар халыҡ мәнфәғәтендә хеҙмәт итһен өсөн тейешле күрһәтмәләр бирә килә, һәм был маҡсатлы йүнәлеш уңышлы тормошҡа ашырыла.


“Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, 2020 йылда виртуаль концерт залдары булдырыуға конкурс еңеүселәре иғлан ителде. Башҡортостандан унда биш учреждение ҡатнашҡайны. Уларҙың икеһе еңеү яуланы: Ишембай районының һәм Сибайҙың Балалар сәнғәт мәктәптәре. Башҡортостан уларҙа виртуаль концерт залы булдырыу өсөн ике миллион һум аласаҡ.


Сибай Балалар сәнғәт мәктәбе директоры Гүзәл Баянова һүҙҙәренсә, улар конкурста аныҡ иҫәп менән ҡатнашҡан. Эргәләрендә “Тыныслыҡ” кинотеатрының элекке бинаһы урынлашҡан, уны мәктәпкә тапшырғандар. Хәҙер ул – Мәҙәниәт йорто. Бина кинотетар булараҡ йыһазландырылған һәм виртуаль кинозал эшләү өсөн бик уңайлы. Алынасаҡ миллион һум проектор һәм махсус ҡорамалдар алыуға тотоноласаҡ.


Күҙалланыуынса, Мәҙәниәт йортона килеүселәр Мәскәү консерваторияһы концерттарын ситтән ҡарау мөмкинлегенә эйә буласаҡ. Унда балалар ғына түгел, теләгән һәр кем йөрөй аласаҡ. Эргәлә парк зонаһы йыһазландырылған, был урын ҡала халҡының яратҡан урынына әүерелгән дә инде.


Билдәле булыуынса, Башҡорт дәүләт филармонияһы ҡарамағында виртуаль концерт залы бар инде.


Әлеге конкурс “Мәҙәниәт” милли проектының “Һанлы мәҙәниәт” проектына ярашлы үткәрелде.

#нацпроекты
Читайте нас в