Бөгөн бар республикала иғлан ителгән “Йәшел Башҡортостан” акцияһында Ғафури районы халҡы ла әүҙем ҡатнашты.
Өмәгә 1446 кеше сыҡты. 435 эре ағас, 18260 йәш үҫенте, шуларҙың 15 меңен 3,5 гектар майҙанда Имәнлек ауылында Бурлы, Ҡарағай, Сәйетбаба, Имәндәш һәм Йөҙимән ауыл мәктәптәре уҡыусылары ултыртты.
Красноусолдың Йәштәр, Һамар һәм башҡа биҫтәләрендә шыршы, ҡайын, ҡарағай, пихта ағастары ултыртылды.