+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
8 Октябрь 2019, 17:58

Ваҡыт әҙ ҡалды

Башҡортостанда, шул иҫәптән районыбыҙҙа ла, аналог телетапшырыуҙарҙы һүндереүгә бер аҙнанан да әҙерәк ваҡыт ҡалды.

Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар селтәре хеҙмәткәрҙәре һанлы телевидение ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм көйләү буйынса уҡыуҙар үткәрҙе.
Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар селтәре хеҙмәткәрҙәре һанлы телевидение ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм көйләү буйынса уҡыуҙар үткәрҙе.
Башҡортостанда шул иҫәптән районыбыҙҙа ла аналог телетапшырыуҙарҙы һүндереүгә бер аҙнанан да әҙерәк ваҡыт ҡалды.
Район халҡының күпселеге әле үк яратҡан тапшырыуҙарын юғары сифатлы һанлы форматта ҡарау мөмкинлегенә эйә. Кемдәр һанлы телевидениеға күсеп өлгөрмәгән, уларға ярҙамға ирекмәндәр килә. Улар һеҙҙе ҡыҙыҡһындырған һорауҙарға яуап биреп, һанлы приставканы тоташтырып, антеннағыҙҙы көйләп тә бирәсәк. 3 октябрҙә районда Рәсәй теле-радиотапшырыуҙар селтәре хеҙмәткәрҙәре һанлы телевидение ҡоролмаларын урынлаштырыу һәм көйләү буйынса уҡыуҙар үткәрҙе.
Гәзиттә хәбәр итеүебеҙсә, һанлы приставка йәки антенна алыуҙа дәүләт ярҙамы балалар пособиеһы алыусы аҙ килемле ғаиләләргә, яңғыҙ йәшәүсе аҙ килемле граждандарға, инвалидтарға, Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына күрһәтелә.
Дәүләт ярҙамы тураһында һорауҙар менән 8800-347-00-55 (БР Матбуғат агентлығы, бушлай, эш көндәрендә 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем), техник ярҙам кәрәк булғанда 8800-220-20-02, 8(347) 246-45-78 (РТРС филиалы, бушлай, тәүлек әйләнәһенә), һанлы приставка алыуға компенсация алыу тәртибе буйынса һорауҙар менән 8(347) 282-40-35 (БР Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, 9.00-дән 18.00 сәғәткә тиклем, 13.00 – 14.00 сәғ. – төшкө ял) телефондарына шылтыратырға мөмкин.
Һанлы телетапшырыуҙарға күсеүҙе алдан хәстәрләгеҙ, райондаштар!
Читайте нас: