-8 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
9 Октябрь 2019, 23:44

Закон менән раҫлана

Рәсәй Президенты Владимир Путин табиптарҙың эш хаҡына талапты закондар менән раҫларға ҡушты.

Рәсәй Президенты Владимир Путин табиптарҙың эш хаҡына талапты закондар менән раҫларға ҡушты.


Ул тейешле норматив хоҡуҡ акттарын ҡабул итеү, уларға вазифа окладтары буйынса гарантияланған түләүҙәрҙе индереү, бер үк ваҡытта компенсация күләмен кәметеүгә юл ҡуймау бурысын ҡуйҙы. Күрһәтмәләр исемлегенә дәртләндереү һәм компенсация түләүҙәре инә.


Бынан тыш, Владимир Путин ил Хөкүмәтенә һаулыҡ һаҡлау өлкәһе өсөн идара итеүсе кадрҙар резервын әҙерләү системаһын ғәмәлгә индерергә ҡушты. Был бурыстар 2020 йылдың 30 апреленә тиклем үтәлергә тейеш.


#ВладимирПутин



Читайте нас в