-25 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Октябрь 2019, 00:07

Милли проектҡа ярашлы

17 һәм 23 октябрҙә Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге “Бала саҡ” дәүләткә ҡарамаған белем биреү ойошмаларының коммерция булмаған партнерлығы менән берлектә “Шәхси балалар баҡсаһы ас” тигән темаға оҫталыҡ класы үткәрә.

17 һәм 23 октябрҙә Башҡортостандың Социаль өлкә инновациялары үҙәге “Бала саҡ” дәүләткә ҡарамаған белем биреү ойошмаларының коммерция булмаған партнерлығы менән берлектә “Шәхси балалар баҡсаһы ас” тигән темаға оҫталыҡ класы үткәрә.


Бушлай сара “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла.


Төбәгебеҙҙә социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереүгә төрлө яҡлап ярҙам итеү арҡаһында йәмғиәттә үҙ кәсебен асырға йә башлағанын киңерәк йәйелдерергә теләгәндәр арта. Уларға мәғлүмәти яҡтан, документтар менән булышлыҡ ҡылыуға айырыуса ныҡлы иғтибар бүленеүе мәғлүм. Республика етәксеһе Радий Хәбировтың тәүҙән үк билдәләгән йүнәлеше нигеҙендә Өфөлә “Минең бизнес” үҙәге асылыуы социаль эшҡыуарлыҡ үҫешенә аныҡ этәргес бирҙе.


Билдәле булыуынса, унда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың бөтөн субъекттарына ярҙам күрһәтелә, комплекслы хеҙмәтләндереү алып барыла. Радий Фәрит улы сығыштарында билдәләгәнсә, “Минең бизнес”тың эшен камиллаштырыу, программа тәьминәте һ.б. өсөн быйыл 139 миллион һум аҡса бүленә. Ошондай үҙәктәрҙе башҡа урындарҙа ла асыу планлаштырыла.


Йыл башындағы мәғлүмәттәргә ҡарағанда, Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡтың 140 566 субъекты теркәлгән. Былтырғы менән сағыштырғанда, 956 берәмеккә күберәк. Һөҙөмтәлә республикабыҙ ошо йәһәттән Рәсәйҙә – 12-се, Волга буйы федераль округында дүртенсе урын биләй. Әлбиттә, өлгәшкәндәр менән ҡәнәғәт булып ҡалырға ярамай, үҫеште тағы ла әүҙемләштереү, халыҡты социаль проекттар буйынса эшләүгә киңерәк йәлеп итеү мөһим тигән бурыс ҡуйҙы Башҡортостан Башлығы.


Эшҡыуарҙарға бушлай консультация биреү – ошо маҡсаттың һөҙөмтәле өлөшө. Алда әйтелгәнсә, был ярҙам күптән теркәлгән йүнселдәргә генә түгел, үҙ кәсебен йәйелдерергә теләгәндәргә лә күрһәтелә.


“Шәхси балалар баҡсаһы ас” оҫталыҡ класында ошо темалар ҡарала: “Дәүләткә ҡарамаған балалар баҡсаһы булдырыуҙың ойоштороу-хоҡуҡи формаларын һайлау: айырым алымдарҙың өҫтөнлөктәре һәм етешһеҙлектәре”, “Конкуренция мөхитенә анализ”, “Аныҡ бина һәм мөхит өсөн финанс моделе эшләү”, “Реклама”, “Тейешле бина һайлау”, “Ремонт эштәре”, “Балалар баҡсаһын йыһазландырыу”, “Туҡланыуҙы ойоштороу”, “Тышҡы һәм эске документация”, “Персонал һайлау һәм уларға мотивация биреү”, “Күнекмәләр теҙеме һәм көн тәртибе”, “Белем биреүгә лицензия алыу”.


Оҫталыҡ класын “Бала саҡ” партнерлығы вәкилдәре, социаль эшҡыуарҙар, был тармаҡта ун йылдан ашыу уңышлы эшләгән шәхси балалар баҡсалары селтәрҙәре милекселәре, “Иң яҡшы социаль проект” республика конкурсы лауреаттары үткәрә.


Сара 17 октябрҙә сәғәт иртәнге 10-дан киске 6-сы яртыға тиклем Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Сакко һәм Ванцетти урамы, 63-сө йорт адресы буйынса уҙғарыла.


23 октябрҙә иһә 10.00 – 17.30 сәғәттәрҙә ошо адрес буйынса: Өфө ҡалаһы, Индустриаль шоссе урамы, 44/1, 6-сы павильон, 2-се ҡат, конференц-зал.

Теркәлеү өсөн телефондар һәм электрон почта: +7(347)264-62-90; +7(347)243-38-37; [email protected]


“Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғыстарына булышлыҡ ҡылыу” милли проекты биш өлөштән – федераль проекттан – тора: “Эшҡыуарлыҡты алып барыу шарттарын яҡшыртыу”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын финанс ресурстарға, шул иҫәптән ташламалы финанслауға индереү юлдарын киңәйтеү”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарын йылдам үҫтереү”, “Фермерҙарға ярҙам итеү системаһын булдырыу һәм ауыл кооперацияһын үҫтереү”, “Эшҡыуарлыҡты популярлаштырыу”.

#нацпроекты


Читайте нас в