+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 18:21

Ғафуриҙар Республика көнөн билдәләй

Ғафури районында Республика һәм Красноусол ауылы көнөнә арналған саралар Красноусолдың үҙәк урамдары буйлап уҙған парадтан башланды.

Район һәм республика гәзит-журналдарына халыҡ әүҙем яҙылды.
Район һәм республика гәзит-журналдарына халыҡ әүҙем яҙылды.
Ғафури районында Республика һәм Красноусол ауылы көнөнә арналған саралар Красноусолдың үҙәк урамдары буйлап уҙған парадтан башланды.
Район предприятиелары, ойошма-учреждениелары хеҙмәтсәндәре, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, уҡыусылар, ауыл халҡы парадта Башҡортостан Республикаһы флагын һәм дәүләт символы төҫтәрендәге һауа шарҙары тотоп уҙҙы. Район хакимиәте алдындағы Мәжит Ғафури майҙанына йыйылған халыҡ башҡорт һәм рус телендә республика гимнын башҡарҙы, байрам концертын ҡараны. Уларҙы район хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Гүзәл Байдәүләтова тәбрикләне. Красноусол көнө уңайынан Красноусол ауыл биләмәһе башлығы Дамир Ҡунафин ҡотланы, төрлө конкурстарҙа беренселекте алған предприятиеларҙы, номинацияларҙа еңеүселәрҙе бүләкләне. Ошонда уҡ байрам йәрминкәһе үтте. Райондың ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси хужалыҡ тотоусылар үҙҙәре етештергән продукцияны һатты, байрамға килгән халыҡ ризыҡ тупланы.
Балалар ижады үҙәге әҙерләгән фотозона янынан да кеше өҙөлмәне.
Ғафури мәғлүмәт үҙәге хеҙмәткәрҙәре Матбуғатҡа яҙылыусы көнө сиктәрендә байрамға килеүселәрҙе “Табын” һәм “Звезда” район гәзиттәренә яҙҙырҙы. Уларға Өфө ҡунаҡтары: “Башҡортостан” гәзите һәм “Аманат” журналы хеҙмәткәрҙәре лә ҡушылды. Гәзит-журналдарға ташламалы хаҡҡа яҙылыусылар яратҡан баҫмаларына яҙылып ҡына ҡалманы, бүләктәр алып та ҡыуанды.
Байрам “Йәшлек” паркында спорт саралары менән дауам итте. Кискеһен красноусолдарҙы дискотека һәм байрам салюты көтә.
Читайте нас: