+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 19:17

Барыһы ла халыҡ өсөн эшләнә

Республикала яңы төбәк Башлығы Радий Хәбиров командаһы эш башлағас индерелгән “Инцидент-менеджмент” системаһы ярҙамында ауылдарҙа бик күп проблемалар хәл ителә.

Красноусолдың Калмыков һәм К.Маркс урамдары киҫелешендә күптән көтөлгән светофор ҡуйылды.
Красноусолдың Калмыков һәм К.Маркс урамдары киҫелешендә күптән көтөлгән светофор ҡуйылды.
Республикала яңы төбәк Башлығы Радий Хәбиров командаһы эш башлағас индерелгән “Инцидент-менеджмент” системаһы ярҙамында ауылдарҙа бик күп проблемалар хәл ителә.

Район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Гөлназ Мирхәйҙәрова әйтеүенсә, районда сентябрь айында, мәҫәлән, “Инцидент-менеджмент” системаһы буйынса 41 мөрәжәғәт алынған. Шуларҙың күпселеге юлдар торошона, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенә, мәғариф мәсьәләләренә һәм социаль хеҙмәтләндереү өлкәһенә ҡағыла.
Халыҡты төрлө һорауҙар борсой. Мәҫәлән, Красноусол ауылының Гагарин урамында йәшәүселәр балаларға уйнарға урын юҡ тип Бәйләнештә селтәрендә яҙылғандан һуң, улар өсөн майҙансыҡ төҙөлгән.
Үзбәк ауылынан Радик һәм Зөлфиә Ниғмәтуллиндар 9 сентябрҙә Класташтар селтәрендә ауылда һыу юҡлығы тураһында хәбәр иткәйне. Шул уҡ көндө район хакимиәте башлығы Фәнзил Фәйез улы Сыңғыҙов ауылға барып, беренсенән, һыу башняһына яңы насос алырға, икенсенән, иҫкеһен ремонтлап, запаста тоторға ҡушты. Ошо көндөң кисенә ауылда һыу бар ине.
Урта Үтәш ауылында йәшәүселәр оҙаҡ йылдар һуҙымында юлһыҙлыҡҡа зарланған. Уларға "Инцидент" системаһы ярҙамға килгән: ауылда ҡом-таштан юл һалғандар, район хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов күрһәтмәһе буйынса юл ауыл зыяратына тиклем төҙөлгән.
10 сентябрҙә район үҙәгендә йәшәүселәр социаль селтәрҙәрҙә күптәнән бирле һораған светофор эшләй башланы. Ул Красноусолдың юл-транспорт ваҡиғалары айырыуса күп теркәлгән Калмыков һәм К.Маркс урамдары киҫелешендә урынлаштырылды. Хәҙер был юл йәйәүлеләр һәм автомобилселәр өсөн дә хәүефһеҙ булыр тип ышанабыҙ.
Читайте нас: