– Һеҙгә әүҙемлекте кәметмәй, юғары вазифала киләсәктә лә һайлау алды кампанияһындағы кеүек үк һөҙөмтәле эшләүегеҙҙе теләйем, сөнки үҙегеҙгә ышанып тапшырылған биләмәләрҙә йәшәгән халыҡҡа биргән вәғәҙәләрҙе үтәү өсөн ҙур тырышлыҡ һалырға кәрәк, – тине ил башлығы. – Иң мөһиме – халыҡтың йәшәйешен, мөнәсәбәтен даими тойоу, кешеләрҙең өмөтөн аҡлау.