+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
11 Октябрь 2019, 23:08

Путин спорт форумында

Рәсәй Президенты Владимир Путин Түбәнге Новгородта VIII “Рәсәй – спорт һөйөүсе держава” Халыҡ-ара спорт форумы эшендә ҡатнашҡан. Форумдың пленар ултырышының төп темаһы – “Донъя берләшмәһе менән берлектә спортты үҫтереү”.

Сарала өс меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Улар физкультура һәм спорт өлкәһендәге Рәсәй ҡануниәтен камиллаштырыу, аудитория өсөн көрәш барған саҡта спорт менән медиа араһындағы үҙ-ара мөнәсәбәттәр, бизнеста һөҙөмтәле эш итеү алымдары, төбәктәрҙе уңышлы үҫтереүҙә спорттың әһәмиәте кеүек мәсьәләләр буйынса фекер алышҡан.


Бынан тыш, Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү советы ултырышын үткәргән.


#ВладимирПутин
Читайте нас: