+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
14 Октябрь 2019, 19:29

Ә һеҙ һанлы телевидениеға күстегеҙме?

Бөгөндән республика һанлы телетапшырыуҙар форматына күсә. Тапшырыуҙарҙың сифаты яҡшыра, каналдарҙың һаны ла арта. Халыҡтың күпселеге һанлы телевидениеға күсеп өлгөргән дә инде.

Бөгөндән республика һанлы телетапшырыуҙар форматына күсә. Тапшырыуҙарҙың сифаты яҡшыра, каналдарҙың һаны ла арта. Халыҡтың күпселеге һанлы телевидениеға күсеп өлгөргән дә инде. Әгәр ҙә һеҙ өлгөрмәгән булһағыҙ 8-800-347-00-55 һандарын йыйып “ҡыҙыу бәйләнеш” телефонына шылтырата алаһығыҙ. Белгестәр һеҙгә һанлы приставканы тоташтырырға өйрәтәсәктәр, кемдәргә ташламалар барлығын аңлатасаҡтар.
Халыҡ араһында аңлатыу эштәре алып барыу, һанлы приставкаларҙы тоташтырыу, каналдарҙы көйләү һәм башҡа һорауҙар менән мөрәжәғәт иткәндәргә ирекмәндәр ярҙамға килә. Башҡортостанда илебеҙҙең башҡа төбәктәренә ҡарағанда улар күберәк – 4 меңдән ашыу кеше. Районда ла Балалар ижады үҙәгендә эшләп килгән ирекмәндәр ойошмаһы һәм район хакимиәте белгесе Р.Курманов ярҙам һорап мөрәжәҙәт иткән өлкәндәргә, ғөмүмән, ярҙамға мохтаж булғандарҙың өйҙәренә йөрөй. Уҙған аҙнала, мәҫәлән, улар Красноусолда йәшәүсе дүрт кешегә, шулай уҡ Сәйетбаба һәм Ивановка ауылдарында йәшәүселәргә ярҙам күрһәткән.
Читайте нас: