-5 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Яңылыҡтар
16 Октябрь 2019, 19:27

Республикала күп балалы ғаиләне танытыусы документ бирелә башланы

Республикала күп балалы ғаиләне танытыусы документ бирелә башланы.

Республикала күп балалы ғаиләне танытыусы документ бирелә башланы.


Элек ата-әсәләр бөтә балаларының тыуыу тураһындағы таныҡлығын үҙе менән йөрөтөргә мәжбүр булһа, хәҙер сауҙа селтәре йәки күңел асыу үҙәктәрендә ташлама алыу өсөн бер документ та етә. Таныҡлыҡ менән республиканың төрлө ойошмаларында ҡулланырға мөмкин. Был күп балалы ғаиләне күп төрлө документ алып йөрөүҙән бушата. Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан «Ғаилә тарифы» проекты 2018 йылдан эшләй. Уға күпселек муниципалитеттар ҡушылды. Хәҙер был башланғысты Өфөлә йәшәүсе Регина Хисаметдинова дауам итә. Был проекттың маҡсаты күп балалы ғаиләләргә ташлама биргән сауҙа нөктәләрен, кино, театр һәм музейҙар исемлеген асыҡлау.
Башҡортостанда күп балалы ғаилә тураһындағы таныҡлыҡ сентябрҙә бирелә башланы. Әле ул 600 ғаиләгә тапшырылған. Бының өсөн социаль яҡлау йәки күп функциялы үҙәккә кәрәкле документтар һәм ғариза яҙып ҡалдырырға кәрәк. Законға ярашлы, 10 көн эсендә ғаилә тураһында мәғлүмәт тупланған таныҡлыҡ әҙер була.
Рәсәйҙә бындай документ күптән бирелә. Шуныһы уңайлы, был таныҡлыҡ менән илдең башҡа төбәктәрендә лә файҙаланырға мөмкин.
Читайте нас: